Уның ойоштороусылары – “Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы”, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министрлыҡ ҡарамағындағы “Минең бизнес” үҙәге.
БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Авзалов билдәләүенсә, «Һөнәрҙәр аҙнаһы» – үҙенең майҙанында оҫталарҙы һәм халыҡ кәсептәре эксперттарын берләштереүсе үҙенсәлекле сара. Ул эшҡыуар-һөнәрселәргә белемдәрен байытырға, тәжрибә тупларға, эшҡыуарлыҡ эшендәге яңылыҡтар менән танышырға мөмкинлек бирә. Был сара шулай уҡ һөнәрселек эшмәкәрлеге һәм халыҡ художество промыслаһы тауарҙарын етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙарға ла ҡыҙыҡлы.