Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2022, 15:00

Мин үҙемә ышанам!

Баймаҡ районының Билал ауыл китапханаһында үткән тренинг тап ошолай аталды. Заман менән бергә китапханалағы саралар, үткәреү алымы ла үҙгәрә, беҙ ҙә ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ. Үҫмерҙәр өсөн тренинг үткәрергә психолог Раушания Әлтәф ҡыҙын саҡырҙыҡ.

Мин үҙемә ышанам!
Мин үҙемә ышанам!

Кеше бер ваҡытта ла яңғыҙ йәшәй алмай. Беҙгә һәр ваҡыт башҡалар менән аралашырға, ярҙам итергә һәм һорарға кәрәк була. Был кеше миңә кәрәкмәй, тип, әйтеп булмай. Тормош ул - бумеранг. Кеше был донъяға нимәлер эшләргә, эҙ ҡалдырырға тыуа һәм һәр беребеҙҙең үҙ яҙмышы бар – был тормош законы тип әйтергә була. Ниндәй генә хәлдәр булһа ла кеше йәшәү мәғәнәһен юғалтырға тейеш түгел. Тормош маҡсаты һәр саҡ булырға, табылырға тейеш.

Бөгөнгө заманда нисек үҙ үҙеңде юғалтмаҫҡа, тормош һынауҙарына бирешмәҫкә - тренинг тап ошо һорау-яуаптарға ҡоролдо. Үҫмерҙәргә үҙҙәренең уй фекерҙәрен әйтергә мөмкинлек бирелде. Раушания Әлтәф ҡыҙына, уҡытыусы Рәшиҙә Ғәфүр ҡыҙына, үҫмерҙәр күңеленә асҡыс тапҡаны, уларҙың үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙыра алғаны өсөн рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Р.Булатова
 
Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: