Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2022, 12:40

Капиталь ремонт буйынса яңы тәртип индерелә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь төҙөкләндереү үткәреүҙе ойоштороу тураһында»ғы Закондың 3-сө һәм 18-се статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР Законын ҡабул итте.

Капиталь ремонт буйынса яңы тәртип индерелә
Капиталь ремонт буйынса яңы тәртип индерелә

 – Күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь төҙөкләндереү үткәреү буйынса эштәрҙе ҡабул итеүҙең яңы тәртибе аныҡланды, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев.

Парламент спикеры билдәләүенсә, был процедураны аныҡлау күп фатирлы йорттарҙағы капиталь төҙөкләндереүҙең сифатында ыңғай сағылыш табасаҡ. Яңы тәртип 2023 йылдың 1 мартынан ғәмәлгә инәсәк, тип хәбәр итәләр Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: