«Был - ҡатын-ҡыҙҙарға көндәлек һәм хеҙмәт мәшәҡәттәренән арынырға һәм уй-хыялдар донъяһына сумырға, ә ир кешеләргә һәм балаларға ҡатындары, әсәләре менән бергә ялды ғаилә менән үткәрергә мөмкинлек бирәсәк», - тип белдерәләр ведомствонан.
Байрам сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн ойоштороусылар алдынғы психологтарҙы, нейропсихологтарҙы, психотерапевтарҙы саҡырған, улар иң мөһим, ҡатын-ҡыҙҙар тураһында һөйләйәсәк. Бынан тыш, матурлыҡ буйынса оҫталыҡ дәрестәре әҙерләнгән, тире һәм сәстәрҙе тәрбиәләү буйынса кәңәштәр ҙә биреләсәк.
«Ә ниндәй байрам бүләкһеҙ булһын инде. Бында һеҙҙе сюрприз көтә: балалар тиҙ һәм үҙ ҡулдары менән әсәһенә бүләк эшләйәсәк. Саҡырылған артистар, актерҙар, музыканттар матур ял бүләк итәсәк. Ғаиләгеҙ менән беҙҙең байрамға килегеҙ, дуҫтарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы саҡырығыҙ. Инеү - бушлай», - тип өҫтәнеләр ведомствола.
Ғаилә ялы ҡайҙа үтәсәген түбәндәге һылтанма буйынса белергә була.
Фото: Т. АМАНОВ.