Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь , 18:45

Ҡиммәтле биҙәүестәрҙе урлаған ҡыҙ тотолған

"Мега" сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге ювелир салонынан 12 миллион һумлыҡ ҡиммәтле биҙәүестәрҙе урлаған 22 йәшлек ҡыҙҙы Дзержинск ҡалаһында эҙләп тапҡандар.

Ҡиммәтле биҙәүестәрҙе урлаған ҡыҙ тотолған
Ҡиммәтле биҙәүестәрҙе урлаған ҡыҙ тотолған

Ювелир салоны һатыусыһы урлашҡандан һуң үҙенең тыуған ҡалаһына ҡайтып китеүе ихтимал, тигән фараз дөрөҫкә сыға - ҡыҙ, ысынлап та, Дзержинск ҡалаһында табыла. Уны ҡулға алып, Өфөгә килтергәндәр.

Әлеге ваҡытта енәйәт эшен тикшереү дауам итә. Урланған биҙәүестәрҙе эҙләү буйынса саралар күрелә, тип яҙа БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в