Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2022, 20:10

"Хеҙмәт ветераны" исеме кемдәргә бирелә?

 Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы аңлата.

 

 

  • Рәсәй Федерацияһының йәки СССР-ҙың дәүләт наградалары йәки ведомство наградалары, шулай уҡ ир-егеттәр өсөн – 25 йылдан, ҡатын-ҡыҙҙарға 20 йылдан кәм булмаған страховка стажы булған кешеләргә. Йәки тейешле пенсия тәғәйенләү өсөн билдәле йылдар тупланмаһы. Ведомствоның отличие билдәһе менән 2016 йылдың 1 июленән һуң бүләкләнгән осраҡта шул өлкәлә кәм тигәндә 15 йыл эш стажы талап ителә.
  • Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бәлиғ булмағанда уҡ эш башлаған һәм кәмендә 40 йыл хеҙмәт стажы булған ир-егеттәргә, шулай уҡ 35 йыл стажы булған ҡатын-ҡыҙҙарға.
  • 40 йылдан да кәм булмаған страховка стажы булған 60 йәшкә еткән ир-егеттәр һәм 35 йыл страховка стажына эйә 55 йәшлек  ҡатын-ҡыҙҙар     республиканың айырым категорияһын тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта һүҙ хеҙмәт ҡануниәтен боҙмайынса эшләгән кешеләр хаҡында ғына бара. Улар өсөн Башҡортостанда өҫтәмә исем  –  оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны тигән исем индерелгән. Бындай исем биреү өсөн награда талап ителмәй.

Ниндәй наградалар иҫәпкә алыныуы хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән сайтта танышырға мөмкин: https://vk.cc/cj0QQL

Хеҙмәт ветераны таныҡлығын нисек юлларға?

  • ғариза һәм документтарҙы йәшәгән урын буйынса социаль яҡлау органдарына: http://rcspn.mintrudrb.ru/offices
  • Күп функциялы үҙәккә: 

https://mfcrb.ru/?page_id=4014

Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ:

  • паспорт
  • ғариза
  • һуғыш йылдарында эшләгән бәлиғ булмағандар өсөн ошо осорҙағы хеҙмәт эшмәкәрлеген раҫлаған документтар
  • наградаларҙы раҫлаған документтар
  • йәшкә тап килгән 3х4 сантиметр ҙурлығындағы фото
  • хеҙмәт кенәгәһе (эшләүселәр өсөн - эш биреүсе тарафынан раҫланған хеҙмәт кенәгәһе күсермәһе).

Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең "ҡыҙыу линия” телефоны: 8 (347) 200–80–80

"Хеҙмәт ветераны" исеме кемдәргә бирелә?
"Хеҙмәт ветераны" исеме кемдәргә бирелә?
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: