Үзбәкстан яҡтарында ҡатыҡ һатып көн күреүсе бер үзбәк йәшәгән. Ул үҙенә хажға барыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бер нисә йыл буйы ҡатыҡ һатып, юллыҡ аҡса йыя ла, сәфәргә сығып китә. Юлдың яртыһын тиерлек үткәс, бер диңгеҙҙе йөҙөп сығыр өсөн карабҡа ултыра. Кис менән йоҡларға ятыр алдынан аҡса янсығын биленә эләктереп ҡуя. Унда ун ике алтын була. Үзбәк тыныс ҡына йоҡлап ятҡан ваҡытыта бер хужаның маймылы уның янсығын тартып ала ла, караптың иң бейек урынына менеп ултыра. Шул арала ир уянып китә һәм янсығын маймылдың ҡулында күреп ҡала. Хайуанға был эште ҡушыусы, тип ир маймылдың хужаһына бысаҡ терәй һәм, аҡса янсығымды маймылың кире бирһен, ти.
– Мин был эште уға ҡушманым, ул үҙе тартып алған бит, – ти юлдашы. Үзбәк менән маймыл хужаһы һөйләшеп торған арала маймыл аҡса ҡапсығын аса ла, бер алтынды – һыуға, икенсеһен – үзбәктең алдына ташлап бөтөрә. Хаж ҡылырға китеп барыусы ирҙең асыуынан бысағы төшөп китә һәм ике ҡулы менән битен ҡаплап илай башлай.
– Һыуҙан килгәне һыуға китте, – ти ул.
– Ниңә улай тип әйтәһең? Был һүҙҙәрең нимәнән ғибәрәт? – тип һорайҙар унан. – Үзбәк тиҙерәк хажға барып ҡайтыр өсөн ҡатыҡ һатҡан ваҡытымда уға һыу ҡуша инем, – тип яуаплай.
Изгелек эшләргә, Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылырға теләгән кеше мораҙына ирешер өсөн гонаһлы эштәр ҡылырға тейеш түгел. Берәйһен рәнйетеп, кеше хаҡына инеп яҡшылыҡ ҡылыу ҙа сауап булмаҫ. Гонаһ ҡушылған изгелек хәсрәт емеше булып үҙеңә ҡайта. Хәрәм мал донъяға бәрәкәт килтермәй, булғандарынан да бер көн килеп яҙыуың ихтимал. Ашаған ризығың, кейгән кейемең, йәшәгән йортоң хәләлдән булһын. Изгелегең аҙ булһа ла дауамлы булһын, гонаһ инмәһен. Ҡөрьәндә лә: «Яҡшыға насарлыҡ ҡушылған булһа, Аллаһы Тәғәлә уны айырып алыр. Һәм бөтөн насарлыҡтарҙы, ҡаралыҡты бер ергә йыйып бөтөнөһөн йәһәннәмгә урынлаштырыр», – тип әйтелә.
Фото: