Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2022, 20:07

Өфөнөң тағы бер майҙанына шыршы ҡуйылды

Бер нисә көн элек кенә баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников Спорт һарайы алдында ҡуйыласаҡ шыршыны табыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне. Урман ҡупшыбикәһен тәғәйен урынына килтерҙеләр. Бик бейек был шыршы.

Өфөнөң тағы бер майҙанына шыршы ҡуйылды
Өфөнөң тағы бер майҙанына шыршы ҡуйылды

Шыршыны Благовещен районы урманынан ҡырҡҡандар. Бейеклеге 25 метр. Уны урынлаштырыу менән Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу ҙа килеп күргән. Тиҙҙән Яңы йыл символы сағыу биҙәләсәк. Балаларға ла, өлкәндәргә лә байрам кәйефе өҫтәлһен.

Фото: vk.com

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: