Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2022, 16:00

Боҙ аҫтынан сыға алған да бит...

Дүртөйлө районының Мәскәү ауылынан 1984 йылғы ир Яубазы йылғаһында балыҡ тотҡанда, боҙ ярылып, һыуға төшөп китә. Ул үҙ аллы ярға сыға ала. Ҡатыны уны эҙләп тапҡанда, ир иҫендә була әле. 

Боҙ аҫтынан сыға алған да бит...
Боҙ аҫтынан сыға алған да бит...

Ҡатыны уны өйөнә алып ҡайтып, "Тиҙ ярҙам" саҡыртҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар килгәндә үтә туңыуҙан ир үлгән була. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре оператив-тикшереү эштәре алып бара.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Боҙ аҫтынан сыға алған да бит...
Боҙ аҫтынан сыға алған да бит...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: