Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2022, 13:30

Бик фәһемле дәрес биргән

Уҡыусы уҡытыусыһынан: – Һеҙ шул тиклем аҡыллы. Һәр саҡ яҡшы кәйефтә йөрөйһөгөҙ, бер ҡасан да асыуланмайһығыҙ. Миңә лә шулай булырға өйрәтегеҙ әле, – тип һораған. Уҡытыусы өйрәтергә ризалашҡан да, картуф менән үтә күренмәле пакет килтерергә ҡушҡан. – Әгәр ҙә берәйһенә асыуланһаң йәки үпкәләһәң, картуфты ал да, бер яғына үҙеңдең исемеңде, икенсе яғына уның исемен яҙып, пакетҡа һала бар. Пакетты һәр ваҡыт үҙең менән йөрөт. Берәйһенә үпкәләгән һайын һәр ваҡыт картуф өҫтә, – тигән остазы. Уҡыусы ризалашҡан.

Бик фәһемле дәрес биргән
Бик фәһемле дәрес биргән

Күпмелер ваҡыт үткән. Уҡыусының пакеты тағы әллә күпме картуф менән тулыланып, ауырая, йөрөтөүе ҡыйын була башлаған.

Етмәһә, иң тәүҙә һалған картуф сереп, һаҫыҡ еҫ сығарған.

Уҡыусы уҡытыусыһына килгән дә:

– Инде алып йөрөтөүе мөмкин түгел инде. Беренсенән, пакет бик ауыр, икенсенән, картуф серей башланы. Икенсе юл тәҡдим итегеҙ әле, – тигән.

– Күңелеңдә лә шулай була ул. Берәйһенә асыуланһаң, үпкәләһәң, күңелеңдә ауыр таш пәйҙә була. Һин быны шунда уҡ күрмәйһең. Һуңынан таштар күбәйә бара. Эшләгән эш ғәҙәткә, ғәҙәттәр холоҡҡа әүерелеп, ҡурҡыныс боҙоҡлоҡтар тыуҙыра. Был йөктө онотоуы бик еңел ул, һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтөүе ауырыраҡ.

Мин һиңә был күренеште ситтән күҙәтергә мөмкинлек бирҙем. Кемгәлер үпкәләргә йәки киреһенсә үпкәләтергә уйлаһаң, был таш һиңә кәрәкме, юҡмы икәнен уйла, – тигән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: