Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2022, 13:33

Башҡортостанда етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты

Башҡортостан Үзбәкстанға ауыл хужалығы продукцияһын  ҡуясаҡ

Башҡортостанда етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты
Башҡортостанда етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты

 

Үзбәкстанда асылған «UzAgroExpo-2022 Ауыл хужалығы» 17-се Халыҡ-ара күргәҙмәнең тәүге көнөндә Башҡортостан 100 млн һумға республикала етештерелгән  ауыл хужалығы тауарҙарын ҡуйыуға килешеү төҙөнө. Был хаҡта тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева хәбәр итте:

 – Күргәҙмәнең беренсе көнөндә компаниялар Үзбәкстан, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Төркиә, Германия, Ирандағы партнерҙар менән 30-ҙан ашыу эшлекле осрашыу үткәрҙе.   Уларҙа Башҡортостанда етештерелгән  ауыл хужалығы тауарҙары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, – тине  Маргарита Болычева.

Күргәҙмәлә Башҡортостандан 5 ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе  етештереүсе ойошма ҡатнаша.  

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: