Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2022, 08:45

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнеста мәшғүлдәр һаны 9,5 процентҡа артҡан

Ағымдағы йылдың 10 айында Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта мәшғүлдәр һаны 562,1 мең кеше тәшкил иткән, был 2021 йылғы кимәлдән 9,5% юғары. Был хаҡта республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнеста мәшғүлдәр һаны 9,5 процентҡа артҡан
Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнеста мәшғүлдәр һаны 9,5 процентҡа артҡан

Ошо осорҙа төбәктең тупланма бюджетына кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан һалым кереме 13,1 миллиард һум тәшкил иткән, был 2021 йылдың ошо уҡ осоронан 19,4% юғары.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: