Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Рафиҡ Хужин тракторсы һөнәрен ала. Псковта ярты йыл уҡығандан һуң ул Һауа-десант ғәскәрҙәре яугиры сифатында карталағы ҡыҙыу нөктәгә – Афғанстанға оса.
Бөгөн имам-хатип биографияһының ҡанлы биттәрен телгә алырға яратмай, шул саҡта уҡ Аллаға доға ҡылғанын иҫендә тота.
Һалдат демобилизацияланғандан һуң ғүмеренең һәр минутын ҡәҙерләй башлай, һөйгәненә өйләнә, нефть тармағына эшкә урынлаша һәм шунан һуң хаҡлы ялға сыға. Уның балалары ла нефтсе һөнәрен үҙ итеп, атаһы юлынан китә.
2016 йылда Хужин, ҙур булмаған ауылда мәсет етмәй, тигән уйға килә. Урынды һайлап, хакимиәт етәкселеге менән килешеп эш итә. Төҙөлөшкә ир күп көс, ваҡыт һәм аҡса түгә.
Уның әхлаҡи башланғыстарҙы тергеҙергә ынтылышы көслө була, шуға күрә мәсет һалына, ә ул үҙе имам булып китә.
Ике йылдан һуң ике ауыл халҡы Рафиҡ Хужинды староста итеп һайлай. Уның етәкселегендә зыярат ҡоймаһы алмаштырыла. Хеҙмәт ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә, һалдаттарҙың тол ҡатындарына ла ярҙам итә.
Фото: Т. Аманов