– Баҡса участкаларының инфраструктураһын тәьмин итеү мәсмьәләһе әлеге ваҡытта бик киҫкен тора. Ошоға бәйле, сифатлы аҙыҡ-түлек менән үҙеңде һәм ғаиләңде тәьмин итеп кенә ҡалмай, уны һатыуға сығарыу һәм, бәлки, үҙ бизнесыңды асыу мөмкинлеген биргән саралар планын уйларға кәрәк, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың финанс министры Лира Игтисамова.
Был аҡсалар проект-смета документтарын әҙерләүгә һәм уны дәүләт экспертизаһы үткәреүгә, кадастр эштәрен комплекслы үтәүгә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы туплау майҙанын төҙөкләндереүгә һәм төҙөүгә, эске инфраструктура объекттарын (һыу, газ үткәре№ һ.б) төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.
Бынан тыш, электроэнергия иҫәбен алыу приборҙарын ҡуйыу ҙа планлаштырыла.