Бөгөн гармунсылар көнө
Ошо уңайҙан беҙҙең гәзиттең тоғоро дуҫы, яңыраҡ иптәше янына махсус хәрби операцияға ла барып ҡайтып барыһын да таң ҡалдырған, Альбина Муллағолова үҙенсәлекле яҙма менән уртаҡлашты. Өфөләге " Тирәкле" сауҙа йорто янында таң һарыһынан алып ҡараңғы төнгә тиклем бер ихлас күңелле бабай гармун уйнай икән. Үткән һайын гармунсының ҡумтаһына хәйер һалырға тырышам, иптәшем иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, ил-йорттар тыныс булһын, ти Альбина. Юрий Ивановичтың йыйылған аҡсаны балалар йортона тапшырыуы билдәле. Бына бит ул изге йәндәр. Һоҡланырға ғына ҡала.