Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь , 12:15

Ауылда эшләүселәргә ярҙам бар

Республиканың ауыл хужалығы тармағында эшләүсе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына йыл һайын 600 миллион һум самаһы аҡса бүленә.

Ауылда эшләүселәргә ярҙам бар
Ауылда эшләүселәргә ярҙам бар

Дәүләт ярҙамы «Агростартап», «Агротуризм», «Семейная ферма» кеүек федераль программалар буйынса күрһәтелә, шулай уҡ кооперативтарҙы субсидиялау мөмкинлеге лә бар.

Әйткәндәй, Башҡортостанда 400 тирәһе ауыл хужалығы кооперативы эшләй, араларында уңышлылары ла байтаҡ. Һәр хәлдә ярҙам алыусылар тураһында мәғлүмәт еткереп торалар. Өҫтәүенә, бизнес башлау өсөн дә дәүләт ярҙамы бар. Проектыңды яҡлап, документтар йыйырға ғына кәрәк.

Фото: Башинформ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в