Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2022, 18:15

Водителдәр иғтибарына!

Ҡар күп яуыуға, буран сығыуға бәйле, Өфө-Белорет юлындағы участкала ваҡытлыса сикләү индерелгән.

Водителдәр иғтибарына!
Водителдәр иғтибарына!

БР Юл хужалығы идаралығының ҡарарына ярашлы, бөгөн киске сәғәт биштән алып киске сәғәт һигеҙгә тиклем Өфө-Инйәр-Белорет трассаһының 64-се саҡрымынан алып 205-се саҡрымына тиклем (Архангель һәм Белорет районы) ауыр йөк автомобилдәре, пассажир автобустары, маршрут таксиҙары өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнгән.

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға тиҙлек режимын үтәргә, фарҙарҙы ҡуйып хәрәкәт итергә, дистанцияны һаҡларға, мөмкин тиклем һаҡ булырға кәңәш итә: "Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автомобиль юлдарының иң ҡатмарлы участкаларында кешеләргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Хәрәкәтте сикләү - яҡынса киске сәғәт һигеҙгә тиклем".

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: