Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2022, 11:26

“Тун аҫтындағы сельдь” – яңыса

Был салатты ғәҙәти рецепт буйынса әҙерләү ялҡытһа, бына һеҙгә яңыһы. 

“Тун аҫтындағы сельдь” – яңыса
“Тун аҫтындағы сельдь” – яңыса

Кәрәкле аҙыҡ-түлек:

сельдь балығы – 300 г

бешкән картуф – 2 дана

иретелгән сыр – 2 дана

бер услам йәшел һуған

бешкән йомортҡа – 4 - 5 дана

майонез – 150 г

тоҙло ҡыяр – 300 г

консерваланған йәшел борсаҡ – 100 г

тоҙ, борос

Әҙерләү: тәүҙә картуфты, йомортҡаларҙы, ҡыярҙы, сырҙы ҡырғыста ҡырырға. Сельдь балығын – шаҡмаҡлап, һуғанды ваҡлап турарға.

Беренсе ҡат – картуф. Тоҙ, борос һибергә, майонез һыларға.

Икенсе ҡат – сельдь.

Өсөнсө ҡат – йәшел һуған. Майонез һыларға.

Дүртенсе ҡат – сыр.

Бишенсе ҡат – ҡыяр һәм майонез.

Алтынсы ҡат – йомортҡа, өҫтөнә – майонез. Салатты бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ултыртып торорға.

Табынға ҡуйырҙан алда өҫтөн йәшел борсаҡ һәм һуған менән биҙәргә.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: