Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2022, 17:45

Өсөнсө гуманитар конвой барып еткән

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә хәбәр итә. Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондарға ҡышҡы кейем-һалым, коптерҙар, коллиматорҙар, төнөн яҡшы күреү өсөн приборҙар ебәрелгән.

Өсөнсө гуманитар конвой барып еткән
Өсөнсө гуманитар конвой барып еткән

Бынан тыш колоннала республиканың предприятиелары, ойошмалары әҙерләгән экскаватор, "УАЗ" автомобилдәре («буханка», «фермер»), Шайморатов батальоны өсөн "Башнефтегеофизика"нан бронле "Урал" да бар.

- Йөк составында солоҡ балы, ҡаҡ, ҡорот, гармун һәм ҡурай ҙа ебәрелде - беҙҙең яугирҙар араһында талантлылар күп, - тип яҙа төбәк етәксеһе. - Һәм, әлбиттә, иң көтөп алынғаны - яҡындарынан хаттар. Ирекмәндәргә һәм мобилизацияланғандарға ярҙам иткән предприятиеларға, эшҡыуарҙарға, ябай халыҡҡа рәхмәт. Был ярҙам алғы сафтағылар өсөн бик мөһим.

Фото: https://vk.com/wall413272232_929050

Өсөнсө гуманитар конвой барып еткән
Өсөнсө гуманитар конвой барып еткән
Өсөнсө гуманитар конвой барып еткән
Өсөнсө гуманитар конвой барып еткән
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: