-14 °С
Болотло
Ҡыҙ бәләгә тарыған көндә полиция хеҙмәткәре үҙенең административ участкаһы буйлап китеп барған һәм ҡоҙоҡтоң ҡапҡасын асырға маташып, ярҙам һорап ҡысҡырған ҡатынды күреп ҡала. Ярҙам һораусы ете йәшлек ҡыҙының люкка ҡолап төшөүе һәм унан сыға алмауы хаҡында һөйләй.
Полицейский ҡыҙҙың әсәһе менән бергә коллекторҙың ҡапҡасын аса һәм баланы тартып сығара. Ике метрлыҡ бейеклектән ҡолап төшөүгә ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡай зыян күрмәгән.
Әсә кеше балаһына ярҙам иткән өсөн полиция майорына рәхмәт белдерҙе.
Фото: Т. Аманов