Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь , 18:30

Музейға рәхим итегеҙ!

Байрам алдынан, 25 ноябрҙә, БР Милли музейының бер нисә майҙансығында ҡыҙыҡлы саралар уҙғарыласаҡ (0+). 

Музейға рәхим итегеҙ!
Музейға рәхим итегеҙ!

Музейҙа оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк, бушлай экскурсиялар ваҡытында музей хеҙмәткәрҙәре республикала йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәре, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырасаҡ.

Фото төшөргә яратыусылар өсөн сәскәләр менән биҙәлгән тематик фотозона ойошторола, ә тәжрибәле стилистар кәңәштәре менән уртаҡлашасаҡ.

Был көндө Башҡортостандың Милли музейында балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы күңел асыу саралары әҙерләнгән.

Байрам көнөндә музейҙа оҫталарҙың йәрминкәһе эшләйәсәк, унда үҙенсәлекле, автор әйберҙәрен һатып алырға мөмкин.

Әсә көнөн байрам итеүҙең иң сағыу өлөшө - әсә менән ҡыҙҙарҙың дефилеһы буласаҡ.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы байрам көнөн улар менән бергә уҙғарырға саҡыра.

Фото: museumrb

Музейға рәхим итегеҙ!
Музейға рәхим итегеҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в