Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2022, 09:05

Китапханасылар квалификацияһын күтәрҙе

"Мәҙәниәт" милли проектының "Ижади кешеләр" йүнәлеше буйынса китапханасыларға уҡыу курстары ойошторолдо.

Китапханасылар квалификацияһын күтәрҙе
Китапханасылар квалификацияһын күтәрҙе
Белемен камиллаштырыусылар араһында Краснокама үҙәк китапханаһы директоры ла бар ине. Белгестәр "Профессиональ стандарт. Заманса китапханасының һөнәри компетенциялары һәм уларҙы формалаштырыу" программаһы буйынса уҡыны.
Әлбиттә, китапханасының мөһим бурыстарының береһе - оҫталыҡты камиллаштырыу, ҡулланыусыларға консультация биреү һәләтен үҫтереү, алдынғы тәжрибәләрҙе үҙләштереү. Бөгөн яңы моделдәге китапханаларҙа тап шундай белгестәр эшләргә тейеш тә.
Фото: Краснокама районы хакимиәтенән.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: