Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2022, 17:30

Көпә-көндөҙ 83 йәшлек әбейҙе талаған

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән әбей магазиндан ҡайтышлай подъезд янында ял итергә туҡтаған. Шул мәлдә уның янына билдәһеҙ ир килеп, хәл-әхүәлен белешкән. Аралашыуға һыуһаған оло кешегә күп кәрәкме - ихласлап һөйләшеп торған. Бер аҙҙан пенсионер өйөнә инергә теләп, подъезд ишеген асҡан да, эскә үткән. Артынса ишек ябылып өлгөрмәгән, кемдер уның сумкаһына йәбешеп, ҡулынан тартып ала башлаған. Әбей сумкаһын бирмәҫ өсөн ҡырталашҡан да бит, ҡайҙан һуң... Сумкаһында һөт, икмәк һәм 300 һумдан ашыуыраҡ аҡсаһы ятҡан булған.

Көпә-көндөҙ 83 йәшлек әбейҙе талаған
Көпә-көндөҙ 83 йәшлек әбейҙе талаған

Участковый был турала белеү менән урамдағы видеокамераларҙың яҙмалары аша кеше талаусыны асыҡлаған. 

Оператив-эҙләү саралары барышында уны ҡулға алғандар. Ошондай уҡ енәйәт өсөн алдан хөкөм ителгән 44 йәшлек ир, аслыҡтан был аҙымға барҙым, әбейҙең сепрәк сумкаһында аҙыҡ-түлекте күргәс, түҙмәнем, тип аҡлана. Икмәкте ашап, һөттө эскән, әбейҙең аҡсаһына һыра һатып алған иргә ҡарата енәйәт эше асылған.

Әлеге ваҡытта енәйәт эше материалдары судҡа ебәрелгән, тип РФ ЭЭМ Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенән Ләйсән Атнағолова хәбәр итә. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: