Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2022, 09:00

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы ике көнгә һауа торошон фаразланы.

Көн торошо
Көн торошо

24 ноябрҙә республикала епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран, боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырый, юлдарҙа көрт, тайғаҡ.

 

Ел көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ – 0–5, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа 10 градусҡаса һалҡын.

 

25 ноябрҙә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, төндә көньяҡ-көнсығышта бер аҙ ҡар. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә  – 8–13, көндөҙ 3–8, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа 13 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: