Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2022, 18:45

Көҙгө саҡырылыш

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республикабыҙҙа хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш планға ярашлы үтә, ойоштороу юғары кимәлдә, тип хәбәр итте.  

Көҙгө саҡырылыш
Көҙгө саҡырылыш

- Ошо көндәрҙә хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы хеҙмәт итеү урындарына оҙатыу тантанаһы уҙҙы. 200-гә яҡын егет Алыҫ Көнсығышҡа оҙатылды. Улар һауа-йыһан көстәре, ҡоро ер ғәскәрҙәрендә һәм хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итәсәк. Беҙ егеттәребеҙҙең һаулығына ҙур иғтибар бирәбеҙ. Оҙатыу алдынан егеттәр коронавирус инфекцияһына экспресс-тест тапшыра. Улар медицина битлеге, антибактериаль саралар, шулай уҡ кейем-һалым, аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителә, - тип яҙа Ирек Сәғитов. - Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе хеҙмәт итеү урынына алып барыуға ла айырым иғтибар бүленә - бөтә транспорт эшкәртелә, айырым вагондар йәки хәрби эшелондар менән барасаҡтар. Бындай саралар транспорттың бөтә төрҙәрендә лә ҡаралған. Саҡырылыштың махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алам. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә хеҙмәт итәсәк. Хеҙмәт итеү ваҡыты бөткән һалдаттар өйҙәренә ҡайтарыла. РФ Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт иткәндәрҙең күбеһе өйҙәрендә лә инде.

Мәғлүмәт ошо сығанаҡтан алынған: https://t.me/sagitovirek/1700

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: