Бөтә Рәсәй көрәш буйынса турниры полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә бағышлана.
Сара ике көн дауамында, 26 һәм 27 ноябрҙә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге базаһында үтәсәк. Өфө мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, көс һынашырға Рәсәйҙең 20 төбәгенән 200 көрәшсенең килеүе күҙаллана. Шулар араһында 20 көрәшсе Артур Әхмәтханов исемен йөрөткән 14-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.