Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь , 12:15

Өфөнөң Орджоникидзе районында пассажир транспорты ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

"Дан бульвары" йәмәғәт транспорты туҡталышы ҡаршыһында өс транспорт сараһы - "Lotos", "Форд Транзит" автобустары һәм "Datsun" автомобиле бәрелешкән.

Өфөнөң Орджоникидзе районында пассажир транспорты ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән
Өфөнөң Орджоникидзе районында пассажир транспорты ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Аварияла "Datsun"дың пассажиры зыян күргән: башы йәрәхәтләнгән 32 йәшлек ҡатын дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй. Хәлдең нисек булыуы асыҡлана. 

Фото: БР ЮХХДИ.

Өфөнөң Орджоникидзе районында пассажир транспорты ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән
Өфөнөң Орджоникидзе районында пассажир транспорты ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в