Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2022, 15:11

Өфөнән Радмир Бикмәтов Антарктидала йүгерәсәк

Өфө спортсыһы   Радмир Бикмәтов  инвалид балаларға ярҙам йөҙөнән  Антарктидала үткән “Һуңғы сүллек” ярышында ҡатнаша.   Ул   250 километрға йүгерәсәк.  

Өфөнән Радмир Бикмәтов Антарктидала йүгерәсәк
Өфөнән Радмир Бикмәтов Антарктидала йүгерәсәк

Бөтәһе марофонда  Ер шарынан 42  йүгереүсе  ҡатнаша.  Ул 24 ноябрҙә башлана һәм 4 декабрҙә тамамлана.   Антарктидалағы ярыш “4 сүллек” ультрамарофон серияһына инә. Был йүгереү буйынса ярыштар Ер шарының иң ҡатмарлы урынында үтә.  Улар TIME журанлы тарафынан “кешенең сыҙамлылығына иң юғары һынау” тип билдәләнгән.

 Йүгереүгә Радмир бер нисә йыл әҙерләнгән. 2020 йылда ул Ағиҙел йылғаһы буйлап 250 км йөҙөп үткән, 2021 йылда Намиб сүллеге  буйлап 250 км йүгергән.

   Анатрктидала йүгереүҙән тыш, Радмир  Бикмәтов “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” фондында иҫәптә тороусыларға ярҙам йөҙөнән бер миллион һум аҡса йыйыу маҡсатын да ҡуйған. Радмирҙың изге ниәтенә ҡушылырға теләүселәр түбәндәге һылтанма(ссылке.) буйынса инеп, күпме теләй, шунса сумма күсерә ала.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: