Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь , 10:00

Өфөнөң Гурьев баҙарында йөк машинаһы 73 йәшлек пенсионер ҡатынды тапаған

Өфөнөң Киров районында йөк машинаһы водителе пенсионер ҡатынды тапатҡан. Был хаҡта Башҡортостандың ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Өфөнөң Гурьев баҙарында йөк машинаһы 73 йәшлек пенсионер ҡатынды тапаған
Өфөнөң Гурьев баҙарында йөк машинаһы 73 йәшлек пенсионер ҡатынды тапаған

Видео ТГ-каналда. Һылтанмаһы ошо: https://t.me/yuka_telephon/1256

Кисә көндөҙ Менделеев урамындағы Гурьев баҙары биләмәһендә «ГАЗель» автомобилендә артҡа сигенгәндә 44 йәшлек ир 73 йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Пенсионер алған йәрәхәттәренән шунда уҡ табиптар килгәнсе йән биргән.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в