Дәүләт инспекторы транспорт сараһы менән идара итеүҙән ситләтеү тураһында протокол төҙөгән, автомобиль махсус туҡталҡаға ҡуйылған. Ҡыҙҙың әйтеүенсә, ул әхирәте менән һыра эскәс, машинала йөрөһәм, бер ҡурҡынысы ла юҡ әле, тип, тәүҙә Октябрьский ҡасабаһы буйлап йөрөйҙәр, һуңынан үҙәккә юлланалар. Шунда документтарҙы тикшереү өсөн уларҙы юл-патруль хеҙмәте инспекторы туҡтата ла инде.
Әйткәндәй, ул ағымдағы йылдың февралендә ошоға оҡшаш хоҡуҡ боҙоу өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған да инде: уға 30 мең һум штраф һалынған, бынан тыш 1,5 йылға транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Әммә ул штрафты ла түләмәгән, водитель танытмаһын да тапшырмаған.
Хәҙер уға ҡарата енәйәт эше асылған, тип хәбәр итә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе Ләйсән Кашбиева.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.