+12 °С
Болотло
Иң һәйбәте – сәйнүк һатып алғанда ҡапҡасын асып, еҫкәп ҡарарға бер ҙә тартынмағыҙ. Ҡырҡыу химик еҫле икән, ҡиммәтле сәйнүкккә аҡсағыҙҙы йәлләмәһәгеҙ ҙә була. Әгәр ҙә ул яҡшы сифатлы пластмассанан эшләнһә, еҫе булмай.
Еҫле сәйнүк алһағыҙ, лимон һуты һалып ҡайнатығыҙ ҙа, бер тәүлеккә ултыртып ҡуйығыҙ. Лимон урынына 50 гр лимон кислотаһы, лимон ҡабыҡтары йәки аш һеркәһе һалһағыҙ ҙа була.
Аш содаһы һалып ҡайнатып сығарыу ҙа ҡырҡыу тәмде бөтөрә.
Үрҙә һанап үтелгән ысулдар менән дә еҫ бөтмәһә, «Спрайт» һалып ҡайнатып ҡарағыҙ.