Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь , 16:55

Ә һеҙ сүп-сарҙы сорттарға айырып ташлайһығыҙмы?

Өфөгә евроконтейнерҙар алынған. Унда быяла, ҡағыҙ, пластик айырым йыйыла. Баҡһаң, баш ҡалабыҙҙа ҡый-ҡалдыҡтарҙы айырым ташларға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара икән. Ниһайәт, сүп-сар эшкәртеүселәргә эш еңелләшә.

Ә һеҙ сүп-сарҙы сорттарға айырып ташлайһығыҙмы?
Ә һеҙ сүп-сарҙы сорттарға айырып ташлайһығыҙмы?

Әле Өфөлә ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырып ташлау өсөн 270 контейнер майҙансығы бар, ПЭТ-һауыттар өсөн 347 сетка ҡуйылған.

Ошо көндәрҙә Экологиямилли проектына ярашлы, 1100 литр күләмдәге 110 дана евроконтейнер килтерелгән. Улар зәңгәр төҫтә. Урындар әҙерләнгән. Әйткәндәй, ихатаһында сүпте сорттарға айырып ташлау өсөн махсус контейнер ҡуйҙырғыһы килгән күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр идара компанияһына ғариза яҙа ала.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в