Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь , 10:35

Башҡортостанда водителдәрҙе тикшереү бара

Әле Башҡортостанда водителдәрҙе тикшереү бара. Был хаҡта Башҡортостандың ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Башҡортостанда водителдәрҙе тикшереү бара
Башҡортостанда водителдәрҙе тикшереү бара

Тикшереүҙәр Иглин районында Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының 1506-сы саҡрымында, Ауырғазы районында Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 81-се саҡрымында, Өфө биләмәһендә Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 1-се саҡрымында, Октябрь проспектында «ҡала советы» туҡталышы янында бара.

 

Тикшереүҙәр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн уҙғарыла. Рейдтарға Дәүләт автоинспекцияһы, шулай уҡ Ространснадзор, федераль суд приставтары хеҙмәте, федераль һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в