-7 °С
Ҡар
"Вконтакте"
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2022, 21:00
БҼҘГӘ ҠАҒЫЛМАҪ,ТИМӘГҼҘ...
БҼҘГӘ ҠАҒЫЛМАҪ,ТИМӘГҼҘ... Көҙ һәм ҡыш араһындағы Ауылдың һил шәмбе кисе, Һауала ергә һарылған Төтөндөң әскелтем еҫе. Мунсалар ҡыҙыу яғылған, Бар уңыш йыйып алынған, Көҙ ҙә кеүек әүәлгесә, Тормош,гүйә,кисәгесә. Зәңгәр экрандар саҡыра Йылы диңгеҙҙең ярына, Ҡыҙыу ҡояштың аҫтында Иҙерәп,тәнде яҙырға. Кемдәрҙеңдер,байрам итеп, Ашап-эсәһе килһә лә, Донъя шаулатып, шатлығын Күккә сөйәһе килһә лә- Ысынбарлыҡ-ил сигендә Үлемесле һуғыш бара, Ҡырҡылған ҡарағай кеүек, Ир-егеттәр яуҙа ауа. Кемдер хохол әсирендә Әҙәм түҙмәҫ ыҙа сигә, Кемделер дошман танкыһы Ер ҡортолай күреп,иҙә. Ә уларҙы әсәйҙәре, Яҡындары өйҙә көтә, Бер Хоҙайына һыйынып, Йөрәктәрен өтә-өтә. Ҡәһәрле һуғыш ялҡыны Беҙгә ҡағылмаҫ,тимәгеҙ, Көнө-төнө яугирҙәргә, Илгә именлек теләгеҙ. Кешелекте һәләкәттән Ҡотҡарыр изге яуында, Илебеҙ тағы ла яңғыҙ Дошмандарҙың ҡамауында. Еңел генә килмәҫ еңеү, Дошман-көслө, дошман-үсле, Үҙ өлөшөн индерергә Еңеүгә-һәр кем бурыслы. Аңлау ҙа,күнеү ҙә ауыр, Тормош түгел кисәгесә, Беҙҙең берҙәмлек,ныҡлы рух Кәртә булһын ҡара көскә! Фәйрүзә Зиянбердина
БҼҘГӘ ҠАҒЫЛМАҪ,ТИМӘГҼҘ...
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин