Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2022, 17:45

Юл фажиғәләре - 22 ноябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа 11 кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1400-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 24 иҫерек водителде тотҡан.

Юл фажиғәләре - 22 ноябрь
Юл фажиғәләре - 22 ноябрь

Иртәнге сәғәт һигеҙенселә Иглин районында, Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының 1509-сы саҡрымында, Өфөнән 68 йәшлек ир идара иткән "Газель Nеxt" менән 69 йәшлек ир идара иткән "Datsun on-do" бәрелешкән. Аварияла еңел автомобиль водителе йәрәхәтләнгән. 

Әйткәндәй, йыл башынан алып Иглин районында ошо трассала (1490-1549-сы саҡрымда) 20 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 15 кеше һәләк булған һәм 21 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: