Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2022, 21:30

Тәүлек эсендә муттар 14 кешене алдаған

Стәрлетамаҡта йәшәгән 52 йәшлек иргә ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" шылтыратып, кемдеңдер ялған ышаныс ҡағыҙы буйынса уның исеменә 1 миллион 500 мең һумлыҡ кредит алырға маташыуы хаҡында хәбәр иткән. Ир, банкка бер ниндәй ҡыҫылышы булмаған "хеҙмәткәрҙең" әйткәндәрен үтәп, шул суммаға кредит алған да, муттың картаһына күсергән...

Тәүлек эсендә муттар 14 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 14 кешене алдаған

Өфөнән 19 йәшлек егет популяр мессенджерҙа осһоҙ хаҡҡа квадрокоптер һатылыуы тураһында иғлан күреп, һатыусыға яҙып ебәрә. Хаҡы һәм тауарҙы килтереү ваҡыты буйынса һөйләшеп килешкәс, егет "коммерсантҡа" 36 мең һум аҡса күсерә. Шуның менән алыш-биреш бөтә, сөнки һатыусы ла, иғланы ла юғала...

Тәүлек эсендә муттар 14 кешенең һигеҙ миллион һумға яҡын аҡсаһын урларға эшкингән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: