Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2022, 09:40

Республикала сысҡан биҙгәге менән ауырыу кимәле былтырғы күрһәткестәрҙән 6,3 тапҡырға юғарыраҡ

Ағымдағы йылдың 10 айында Башҡортостанда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән 1724 кеше ауырыған.

Республикала сысҡан биҙгәге менән ауырыу кимәле былтырғы күрһәткестәрҙән 6,3 тапҡырға юғарыраҡ
Республикала сысҡан биҙгәге менән ауырыу кимәле былтырғы күрһәткестәрҙән 6,3 тапҡырға юғарыраҡ

100 мең кешегә «сысҡан» менән ауырыу күрһәткесе 42,9 тәшкил иткән, был 2021 йылға ҡарағанда 6,3 тапҡырға күберәк һәм уртаса күп йыллыҡ кимәлдән 2,5 тапҡырға юғарыраҡ. Был хаҡта республика буйынса "Роспотребнадзор" хәбәр итә.

 

Билдәләнеүенсә, 47 районда һәм 7 ҡалала сир йоҡтороу осраҡтары теркәлгән. Благовещен, Тәтешле, Өфө, Краснокама һәм Асҡын райондарында республика күрһәткестәре ике һәм унан да күберәккә күтәрелгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: