Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2022, 10:30

Республика район хакимиәте башлығының элекке урынбаҫары социаль түләү алғанда мутлашыу өсөн хөкөм ителде

Балтас районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса элекке урынбаҫары, үҙ вазифаһын файҙаланып, мутлашыуҙа ғәйепле тип танылды. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итә.

Республика район хакимиәте башлығының элекке урынбаҫары социаль түләү алғанда мутлашыу өсөн хөкөм ителде
Республика район хакимиәте башлығының элекке урынбаҫары социаль түләү алғанда мутлашыу өсөн хөкөм ителде

2020 йылдың октябрендә чиновник күршеһен “Шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” программаһына ярашлы бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү алыуға ғариза биреүгә күндерә. Ул үҙе Бөрө районы һәм ҡалаһы халҡына социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә ғариза менән бергә бөтә тейешле документты әҙерләй. Быға тиклем эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнмәгән һәм шөғөлләнергә йыйынмаған ир менән тапшырылған документтар нигеҙендә социаль контракт төҙөлгән һәм уға эре мал үрсетеү өлкәһендәге эшмәкәрлек өсөн 250 мең һум аҡса күсерелгән. Ир кеше аҡсаһын ала алмай, сөнки хөкөм ителеүсе уның картаһына ла эйә була һәм күскән ҙур суммалағы аҡсаны үҙе тотона. Һуңынан чиновник социаль контракт шарттарын үтәү тураһында ялған документтар яһап, эшҡыуар исеменән отчет биргән.

Ханымдың енәйәт эштәре һөҙөмтәһендә «Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы бюджетына үрҙә күрһәтелгән суммала зыян килтерелгән.

Чиновник үҙ ғәйебен танымай. Ул эшенән бушатыла. Зыянды ҡаплау өсөн ҡатындың мөлкәтенә арест һалынған.

Суд уны ике йылға һынау ваҡыты менән өс йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итә. Шулай уҡ ҡатынға ике йыл дауамында урындағы үҙидара органдарында ойоштороу һәм административ-хужалыҡ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу менән бәйле вазифалар биләү тыйыла.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: