Сығыш алдынан төбәк етәксеһе хәрби операция ваҡытында һәләк булған ҡаһарман яугирҙарҙың, бөгөн Тыуған илде һаҡлаған батырҙарҙың ата-әсәләре менән аралашты.
Радий Хәбиров уның бойороғона ярашлы республиканың хәрби хеҙмәткәрҙәре өсөн гуманитар конвойҙар ойоштороу һәм оҙатыу буйынса координация үҙәге төҙөлөүен билдәләне . Башҡортостандан гуманитар йөктәр ике аҙна һайын хәрби операция зонаһына ебәреләсәк.
Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллиндың әсәһе Роза Хәбибйән ҡыҙы һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре исеменән Радий Хәбировҡа хәстәрлек күреүҙәре, иғтибар һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ Иҫке Вәрәш ауылында уның улы йәшәгән урамды төҙөкләндереү тураһында ла һөйләне. Хәҙер ул урам улының исемен йөрөтә.
Роза Нәсибуллина кеүек әсәләрҙең күбеһе, төбәк Башлығының ҡарары буйынса, Республика кардиология үҙәгендә дауалау һәм реабилитация курсын үткән. Радий Хәбиров, республика һәләк булған яугирҙарҙың һәм мобилизацияланған кешеләрҙең ғаиләләре тураһында даими хәстәрлек күрергә тейеш, тип билдәләне.
Әсә көнө хөрмәтенә ойошторолған тантаналы сарала төбәк етәксеһе республика халҡын был байрам менән ҡотланы һәм "Ата-әсә ҡаһарманлығы" миҙалын тапшырҙы.
Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/159450.html
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.