Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2022, 15:27

Һәр 4 сәғәт 46 минут һайын бер матурлыҡ салоны асылған

Рәсәй статистиктары ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә.

Һәр 4 сәғәт 46 минут һайын бер матурлыҡ салоны асылған
Һәр 4 сәғәт 46 минут һайын бер матурлыҡ салоны асылған

Баҡһаң, Рәсәйҙә һуңғы биш йылда һәр 4 сәғәт 46 минут һайын бер матурлыҡ салоны асылып торған. Былтыр уларҙың һаны 101 меңгә еткән.

Бөҙрәханалар, билдәле инде, Мәскәүҙә иң күбе - 7250. Унан һуң - Мәскәү өлкәһе, 5838. Краснодар крайы, Төмән өлкәһендә лә ныҡ күп икән улар. 

Ил буйынса матурлыҡ салондары һуңғы биш йылда 10 процентҡа артҡан. Рекордлы үҫеш Калининград өлкәһендә. Унда 389 салон асылған.

Бер ғилләһе барҙыр инде...

Фото: vk.com/rosstatistika

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: