Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноября 2022, 06:49

Нут һәм йәшелсәләрҙән шарсыҡтар

Микротулҡынлы мейестә әҙерләнә. Нут – ваҡ борсаҡ. Уны даими ҡулланыу организмдағы холестерин кимәлен төшөрә.

Нут һәм йәшелсәләрҙән шарсыҡтарНут һәм йәшелсәләрҙән шарсыҡтар
Нут һәм йәшелсәләрҙән шарсыҡтар

Кәрәкле аҙыҡ-түлек:

300 г бешкән нут

100 г цукини

100 баклажан

тәменсә зәйтүн майы

тоҙ, петрушка

2 дана йомортҡа

Әҙерләү: Баклажанды һәм цукиниҙы шаҡмаҡлап турарға. Нутҡа май, тоҙ, борос, йомортҡа, петрушка ҡушып бутарға. Ошо массаға баклажан һәм цукиниҙы өҫтәргә һәм яҡшылап бутап, шарсыҡтар йомарларға.

Тәрилкәгә теҙеп һалып, 6 минутҡа (750 Вт ҡеүәттә) микротулҡынлы мейескә ҡуйырға ғына ҡала.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас