Ул нервы системаһы өсөн файҙалы эсемлектәрҙе лә атаны. Был исемлеккә ул йәшел һәм аҡ сәй, цикорий, һары мәтрүшкәле сәйҙе индерҙе.
Сәй составында биологик актив матдәләр (катехиндар, антиоксиданттар, эфир майҙары, аминокислоталар, В1 һәм В2 витаминдары, тимер, магний һәм кофеин) күп, тип тә өҫтәне табип.
Цикорийҙа В төркөмө витаминдары бар. Шуға кәйефте күтәрә һәм нервылар системаһын тынысландыра. Ҡәһүәнән айырмалы рәүештә, унда кофеин юҡ, йөрәк тибешен көсәйтмәй, ҡан баҫымын күтәрмәй.
Һары мәтрүшкә ингән үлән сәйҙәре депрессияға ҡаршы йомшаҡ тәьҫиргә эйә, тип өҫтәне невролог. Шулай уҡ ҡурҡыу һәм хәүефте кәметеүгә булышлыҡ итә, эмоциональ көсөргәнеште лә кәметә икән.
Фото: Т. АМАНОВ.