Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2022, 14:45

Мобилизацияланғандарға киптерелгән алма

Өфөнән Евгения Брыкина мобилизацияланған яҡташтарына киптерелгән алма әҙерләгән. Был хаҡта Башҡортостандың Халыҡ фронты хәбәр итә.

Мобилизацияланғандарға киптерелгән алма
Мобилизацияланғандарға киптерелгән алма

Пенсионер үҙенең баҡсаһынан 350 килограмм алма йыйған. Дүрт ай дауамында ул яугирҙарға ебәреү өсөн алманы нәҙек киҫәктәргә бүлеп киптергән.

 

Ул, сарыф ителгән ваҡытын йәлләмәйем, тик ир-егеттәрҙең өйгә еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуҙарын ғына һорап доға ҡылам, ти.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: