Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2022, 09:05

Милли проект буйынса төҙөлгән китапхана йәштәрҙе ылыҡтыра

Дүртөйлө районының Әсән ауылындағы яңы быуын китапханаһында Толерантлыҡ көнөнә арналған файҙалы сара үтте.

Милли проект буйынса төҙөлгән китапхана йәштәрҙе ылыҡтыра
Милли проект буйынса төҙөлгән китапхана йәштәрҙе ылыҡтыра

Өлкән класс уҡыусылары өсөн толерантлыҡ темаһына махсус дәрес үтте. Балалар ҡыҫҡа метражлы фильм да ҡараны, уйындар ҙа булды һәм музыкаль композиция ла әҙерләнгәйне.

Әсән моделле китапханаһына йәштәр теләп йөрөй. Китапханасылар ҙа ҡыҙыҡлы саралар ойоштора.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәтенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: