Бөгөн, 23 ноябрҙә, Башҡортостанда көндөҙ ҡар, епшек ҡар яуа. Республиканың көньяғында боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, рашҡы, юлдарҙа ҡар һырынтылары көтөлә. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡ райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 10–15, аяҙытҡанда 18-23 градус һыуыҡ буласаҡ. Көндөҙ – 2–7, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында 12 градус һалҡын.
Кесаҙна, 24 ноябрҙә, епшек ҡар, төндә урыны менән көслө ҡар яуа. Айырым райондарҙа буран сығыуы, боҙло ямғыр яуыуы, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 3-8 градус һалҡын, төньяҡ-көнсығышта 10–15, көндөҙ – 0–5, төньяҡ-көнсығышта 10 градусҡаса һалҡын.
Фото: Т. Аманов