Кисен Май урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Фажиғә һөҙөмтәһендә автомобиль водителе зыян күргән. 42 йәшлек машина хужаһы янғынды үҙаллы һүндерергә теләгән һәм ҡулдарын бешергән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүҙә машинаның гаражда торғанлығын асыҡлаған. Унда бер ир, яҡшы яҡтыртыу өсөн моторҙың яғыулыҡ системаһы өҫтөндә эленеп торған күсмә лампаны файҙаланып, двигатель ремонтлаған. Ял итеп алырға теләп, гараждан сыҡҡанда аяғы менән лампа бауын эләктергән. Ул йығылған һәм бензин янып киткән. Утты үҙаллы еңеп сығырға маташып, ир машинаны гараждан сығарған. Һөҙөмтәлә автомобилде янғын һүндереүселәр һүндерә.
Фото: Т. Аманов