Форум башында ришүәтселеккә ҡаршы плакат, буклет, видеотаҫмалар һәм сәхнә оҫталығы конкурстары йомғаҡланды. Унда өс йәш төркөмөндә 353 эш ҡатнашты. Суперфинал 2023 йылдың майында "Сириус" федераль биләмәһендә уҙасаҡ.
Программа артабан «Ришүәтселеккә ҡаршы тороу: яңы саҡырыуҙар һәм үҫеш стратегияһы» темаһына конференция менән дауам итте .
«Ришүәтселеккә ҡаршы көрәшкәндә дәүләт органдары һәм уларға ҡараған структуралар, йәмәғәт ойошмалары һәм граждандарҙың бергә эшләүе кәрәк. Беҙ шулайтып ҡына йәмғиәткә төп уйҙы - ришүәтселеккә ҡаршы көрәш һәр беребеҙҙең эске уйҙары һәм ҡылған ҡылыҡтары аша башлана тигәнде еткерә алабыҙ. Форумда конкурста ҡатнашыусылар был алама күренештең алама эҙемтәләрен, уға ҡаршы тороу мөмкинлеген күрһәтте. Замана йәштәренең әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һәм хоҡуҡ нормаларын ҡабул итеүен күреү ҡыуандыра», — тине был сара тураһында БР Башлығы хакимсиәте етәксеһе Максим Забелин.