+4 °С
Болотло
Вконтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2022, 09:15
Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында йәш водитель туңып үлә яҙған...
Силәбе өлкәһенән 25 йәшлек егет өйөнә ҡайтып барғанда, машинаһының яғыулығы бөтә. Үтеп барған транспортты туҡтатырға маташа ла бит, тик бер кем дә уға ярҙам итмәй... Егет төндә юлда бер үҙе тороп ҡала. Төнө буйы һыуыҡ машина эсендә ултырған водитель таңға ҡарай аяҡ-ҡулдарын бөтөнләй тоймай башлай... Һауа температураһы 15 градус һыуыҡтан түбәнерәк була.
Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында йәш водитель туңып үлә яҙған...
Был ваҡиға фажиғәле тамамланыр ине, әгәр ҙә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре полиция лейтенанты Радмир Хәмзин менән полицияның кесе лейтенанты Рәфис Дәүләтов юл буйындағы туҡталҡала торған "ВАЗ-2109" машинаһына иғтибар итмәй үтеп китһә. Инспекторҙар бәҫкә сорналған машинаға яҡын килгәс, водитель сығырға итә, ләкин үтә туңғас, ҡыбырлай ҙа алмай. Инспекторҙар шунда уҡ егетте үҙҙәренең машинаһына күсереп ултыртып, Инйәр дауаханаһына кисекмәҫтән илтә. Табиптар водителдең бик ныҡ өшөүен асыҡлаған. Хәҙер уның ғүмеренә бер нимә лә янамай. Водитель ашығыс ярҙам өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтен белдерә.
Фото: БР ЮХХДИ.
Автор:
Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: