Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2022, 14:22

Башҡортостан — биш лидер-төбәк исемлегендә

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  ҡағылышлы федераль яңылыҡтарҙы ҡаранылар.

Башҡортостан — биш лидер-төбәк исемлегендә
Башҡортостан — биш лидер-төбәк исемлегендә

 

Уҙған аҙнала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий  Чернышенко 2021 йылға төбәктәрҙең ғилми-технологик үҫеше буйынса милли рейтинг һөҙөмтәләрен күрһәтте.  Башҡортостан биш лидер-төбәк исемлегенә ингән. Беҙҙең республика унда Мәскәүҙән, Санкт-петербургтан һәм Томск өлкәһенән ҡала дүртенсе урынды биләй. Беҙҙең артабанғы бурыс – артабан өс лидер-төбәк иҫәбенә инеү.  РБының өсөн республиканың бөтә мөмкинлектәре бар.

Рәсәй Хөкүмәте тарафынан федераль бюджеттан финансланған объекттар төҙөү һәм проектлау өсөн дәүләт  контракттарын тәьмин итеү күләмен кәметеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Хәҙер ул контракт хаҡының 20 процентынан артырға тейеш түгел.

 Тағы бер яңылыҡ инвалидүбалаларға ярҙам күрһәтеүгә ҡағыла. 2023 йылдың 1 ғинуарынан был категория граждандарға дауаланыу урынына  барыу  һәм кире ҡайтыу өсөн бушлай самолетта осоу хоҡуғы биргән ауырыуҙар исемлеге киңәйтелә.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: