Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2022, 21:00

Ҡар бураны

  Тәбиғәткә сыҡтым, уй тағаттым Ҡар өҫтөнә һалдым ыҙаным. Күңел ҡылын сиртеп, моң ағыла Баҫа алмай хистәр буранын.   Ябалаҡлап яуған ҡар бөртөгө Биттәремдән наҙлап үбәләр, Йондоҙ кеүек ялт - йолт итәләр ҙә Усҡа төшөп баҙлап һүнәләр.   Тәбиғәттең күренеше ғәжәп Аңлай, тоя белгән кешегә, Баҫып булмай икән, уй - хистәрҙе, Бурандарҙа ҡалһа күшегә.   Пыр туҙҙырып хистәр өйөрмәһен Һуҡмаҡ һалам ҡышҡы урманда. Күңел түрен ҡырған һағыштарҙы Аҙашытырам ҡарлы буранда. Баймырҙина Римма

Ҡар бураны
Ҡар бураны

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: